Тексты башкирских песен на башкирском языке

Башкирские песни и слова песен

Башкирские песни и слова песен запись закреплена
Юлдаш Хусаинов
Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?

Ҡайҙа һандуғас һайрай,
Йыры моңло шул ҡәҙәр!
Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто,
Показать полностью.
Таба алманым мәгәр.
Ҡайҙа һандуғасҡай һайрай,
Ҡайҙа һуң тирәккәйе?
Ни тиклем һыйҙыра моңдо
Кеп-кескәй йөрәккәйе!
Ҡайҙа һандуғасҡай һайрай,
Эҙләп табырға ине;
Уның бөтә йырҙарын да
Отоп ине алырға.

Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Показать полностью.
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…

Һин – ғүмер ағыштарым,
Һин минең һағыштарым,
Һин – минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу – табыштарым,
Һин – минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға…
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Туй күлдәге аҡ ефәктән
Ҡыҙҙар гүя аҡҡоштар
Аҡлыҡ бит ул сафлыҡ бит ул
Яуһын әйҙә алҡыштар

Показать полностью.
Туй күлмәген кейгән ҡыҙҙан
Көнләшеп тә үләрлек
Туй күлмәге бер көнлөк ме
Туй күлмәге ғүмерлек

Аҡ теләктәр, аҡ ефәктәр
Туйҙа ғүмер ғүмерҙән
Туй күлмәге кейгән ҡыҙҙың
Урыны була гел түрҙә

Туй күлмәген кейгән кыҙҙан
Көнләшеп тә үләрлек
Туй күлмәге бер көнлөк ме
Туй күлмәге ғүмерлек

Аҡлыҡ бит ул, сафлыҡ бит ул
Туй күлмәге кейеүе
Иркәм тейеп, йәрем тейеп
Онытылып һөйөүе

Туй күлмәген кейгән ҡыҙҙан
Көнләшеп тә үләрлек
Туй күлмәге бер көнлөк ме
Туй күлмәге ғүмерлек

Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем
Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем
Ул йырҙы таптым тыуған илемдән
Моңло көй оттом турғай теленән

Показать полностью.
Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Йәшәйек донъяла һайрап ҡына

Килдем һеҙгә иҙел диңгеҙ кисеп
Һеҙҙе һанып ҡанатланып осоп
Ҡош ҡанаттары түгел инемдә
Йыр ҡанаттары минең күңелдә

Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Йәшәйек донъяла һайрап ҡына

Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем
Мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем
Ул йырҙы таптым тыуған илемдән
Моңло көй оттом турғай теленән

Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Мин башҡорт булып тыуғанмын.
Башҡорт булып ҡалырмын
Тыуған ерҙе кем баҫа
Сит дошмандан һаҡлармын
Минең ата- бабалар
Показать полностью.
Бер кемгә баш эймәгән
Эй миннән ҡурҡығыҙ
Мин һеҙгә етеп киләм

Әллә беҙ йыуаш тигәс тә
Һеҙ шашыр өсөн түгел
Беҙҙе аруҡ көйҙөргәс
Кем икәнен белдек бел
Атта сабып барғандай
Беҙ башҡорт егеттәре
Кәрәк булһа ил һаҡлай
Замандар бөркөттәре

Яратам Тыуған яҡтарымды
«Хаҡ» ламам Башҡортостанымды
Яратам Тыуған яҡтарымды
«Хаҡ» ламам Башҡортостанымды

Башкирские песни и слова песен запись закреплена
Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Өзәмен ромашка таҗдарын
һөяме, һөймәйме тип йәнем.
Әйт, сәскә, дөреҫөн әйт инде,
Йыуанһын йөрәгем һәм йәнем.

Показать полностью.
Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә алар.

Әйт инде әүлийә ромашка,
Йәшлегем һиҙҙермәй үтә бит.
Мөхәббәт барына ышанам.
Йөрөйөм, касан ул килер тип.

Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә алар.

Әйтмәй ул хыялый ромашка,
Ышанып йөрүҙән ни сара?!
Өмөтем тик һиндә, әүлийәм, —
Ҡалдырма йөрәктә гел яра.

Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә алар.

Башкирские песни и слова песен запись закреплена

Алдарыма килеп теҙләндең һин,
Ҡулдарыңда ине пар алма.
Төштәремә кереп һәр көн шулай
Таң атыуға китеп юғалма.

Показать полностью.
Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Пар алмалай, пар алмалай инек,
Үҙ күҙҙәрем тейҙе, күрәһең.
Пар алмалай бигерәк татлы булып,
Төштәремә минең керәһең.

Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Ямғыр яуыр бары һалҡын көҙләр
Бар төҫләрҙе ергә тигеҙләп.
Төштәремдә күргән пар алманы
Баҡсаларҙа йөрөйөм мин эҙләп

Өзөлөптә төштө пар алмаҡай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өзөлә бит инде үзәккәем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмагас.

Источник

Тексты башкирских песен на башкирском языке

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Ағиҙелкәй ҡайҙа? Ай, туғайҙа.
Ағиҙелкәй һымаҡ һыу ҡайҙа?
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуҙың, ай, буйҙары,
Йәмле сағы уның яҙғы айҙа.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, буйында,
Һандуғастар һайрай муйылда.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан
Яман теләк йөрөтмәҫ уйында.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән,
Яр ситтәре бигерәк ҡомло икән.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелдә үҫкән, ай, ҡыҙҙарҙың
Тауыштары бигерәк моңло икән.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
====================
АГИДЕЛЬ

Агидели, ай, в долине,
Соловьи поют на черемухе.
Быстротечная река, Агидели долина.
Пивший воду Идели муж-лев
Дурное намерение не будет носить в мыслях своих.
Быстротечная река, Агидели долина.

Агидели вода, ай, спокойная,
Берега очень песчаные.
Быстротечная река, Агидели долина.
На Агидели выросших, ай, девушек
Голоса очень мелодичные.
Быстротечная река, Агидели долина.

Санаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.

Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.

Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.
————————————-
(Икенсе вариант)

Санаға ла ектер атты,
Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡагыҙ, ҡәләм,
Васыят итеп һүҙем яҙайым.

Гелән дә түтә юл булмаҫ,
Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ.
Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,
Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.

Сит илдәрҙә күп йөрөнөк,
Ваҡыт түгел микән ҡайтырға.
Йөрөгән ерҙең ҡурайы юҡ,
Кургәндәрҙе көйләп тартырға.
===================
АЗАМАТ

В сани запряги лошадь,
Туда и обратно съезжу, вернусь,
Принеси, пожалуйста, бумагу и перо,
Азамату песню напишу.

Издалека, ай, виднеется
Горы Ирендык белый камень.
Куда (только) не ездят, что (только) не видят
Муж-джигит и конь его

У коня, на котором ездит добрый муж,
Бабки белыми бывают.
Добрый молодец где бы ни ездил,
Поступки его справедливыми бывают.
————————————————
(Второй вариант)

В сани запряги лошадь,
Немного прокатившись, вернусь.
Принеси, пожалуйста, бумагу и перо,
В качестве завета напишу свое слово.

Все время прямым путь не бывает,
Ценные птицы большими не бывают.
Куда бы ты ни пошел, друзья нужны,
Когда друзья есть, мужи опозоренными не бывают.

В чужих странах мы много ездили,
Не время ли вернуться.
В землях, где мы ездили, курая нет,
Чтобы увиденное положив на мелодию, сыграть.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы;
Таң алдынан сут-сут килә
Һандуғастар тауышы.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдә таң ата;
Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ҡунып һайрай талдарға.
Һинең хаҡта серҙәремде
Асам һандуғастарға.
=====================
АХ, МОЙ СОЛОВЕЙ

Ай, соловей мой, вай, соловей мой,
Агидели камыш;
Перед рассветом «сут-сут» звучит
Соловьев голос.

Ай, соловей мой, вай, соловей мой,
На Агидели рассвет встает;
Рассвет встает, душа страдает,
Хочется петь и плакать.

Ай, соловей мой, вай, соловей мой,
Поет, сидя в ивах.
О тебе секреты мои
Раскрываю соловьям.

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.

Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.
====================
АБДРАХМАН

На десять рублей, ай, десятью сердоликами,
Джигит, укрась луку твоего седла.
«(Он) отца моего друг», говоря, не доверяйся, джигит,
Отца твоего друга погубит твою голову.

На десять рублей с десятью сердоликами
Седло у тебя будет, джигит, если конь есть.
Чем считавшийся близким друг, нет (никого) хуже,
Если в трудное время (он) тебе чужим окажется.

На десять рублей, ай, десять сердоликов,
Не нужны луке седла твоего.
«(Он) отца моего друг», говоря, доверился ты, джигит,
Этот друг погубил твою голову.

Башкирский народ вечно будет хранить в своей памяти зверских злодеяний палача Алексея Тевкелева.

Продолжение следует. см. ниже)

В башкирской народной песне «Тафтиляу» подчеркивается жестокость и бесчеловечность Тевкелева, главного организатора Сеянтусской трагедии.

Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,
Эйәре лә белмәс, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
=====================
ТАФТИЛЯУ

Крутые скалы на брегах Идели,
Здесь Тевкелев отдал приказ на бойню.
Огонь, что сжег башкирские деревни,
Позолотил полковника погоны.

Трет жесткое седло бока гнедого,
Седлу не больно, а коню терпеть.
Полковник Тевкелев карал башкир жестоко,
Зачем ему чужой народ жалеть?

Лишь ветерком развеются туманы,
Лишь песнею утешится душа;
Полковник Тевкелев оставил путь кровавый,
И память обо всем еще жива.

Чернеют сосны на отвесных скалах,
Закатные ветра им ветви гнут…
Проклятие я высеку на камне,
Когда-нибудь потомки пусть прочтут…

Источник

Тексты башкирских песен на башкирском языке

Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Иң бәхетле булырбыҙ, һин аңла мөхәбәтемде.
Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Уйынсыҡ итеп күреп уйнатма мөхәбәтемде!

Бөгөн тағы төш күрҙем, беҙ икәү генә инек,
Етәкләшеп йөрөнөк, иң бәхәтле беҙ инек.
Ләкин бик ҡыҫҡа төштәр, ҡояш мине уятты,
Ул һылыу һиңә түгел тип әйткән һымаҡ булды.

Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Иң бәхетле булырбыҙ, һин аңла мөхәбәтемде.
Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Уйынсыҡ итеп күреп, уйнатма мөхәбәтемде!

Минең барлыҡ хыялам һинең менән булырға,
Тормошҡа ул ашмаһа-тиҙерәк оноторға,
Тик онота алмам һине, сөнки уйым һин генә,
Илаһи бер көс булып килеп керҙең күңелемә!

Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Иң бәхетле булырбыҙ, һин аңла мөхәбәтемде.
Йөрәгемә тулған һөйөүемде ҡабул итсе,
Уйынсыҡ итеп күреп, уйнатма мөхәбәтемде!

Ҡар бөртөктәре битеңдә ирей,
Йондоҙҙар кеүек йымылдап тора.
Ҡыштың елдәре бер ниҙә түгел,
Эҫе йөрәгең мине йылыта.

Рәхмәт һиңә, берҙән берем, берҙән берем,
Рәхмәт һиңә, берҙән берем, рәхмәт!

Янда булмаһаң бер-ике сәғәт,
Һағыныуымдан урын тапмайым.
Тимәк был тойғо-оло мөхәбәт,
Тимәк мин һинһеҙ йәшәй алмайым.

Рәхмәт һиңә, берҙән берем, берҙән берем,
Рәхмәт һиңә, берҙән берем, рәхмәт!

Аҡ болоттар ағылаһығыҙ ҡай тарафҡа юғалып,
Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ, һауанан юлдар табып?
Ҡайҙа алып бара һеҙҙе, оҙон һауа юлдары?
Ҡаршылаймы иртән һеҙҙе, алсаҡ ҡояш нурҙары?

Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ҡайҙа былай ашығаһағыҙ?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар.
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ниңә былай ашығаһығыҙ?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар.

Етеҙ елдәр ашыҡтыра һеҙҙе наҙлап юлдарға,
Белмәй елдәр урғып ташҡан көсөн ҡайҙа ҡуйырға,
Аҡ болоттар ағылаһығыҙ, ҡай тарафҡа юл алып,
Бармы һеҙҙең йорт ҡурағы, ял итергә туҡталып?

Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ҡайҙа былай ашығаһағыҙ?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар.
Аҡ болоттар, аҡ болоттар,
Ниңә былай ашығаһығыҙ?
Аҡ болоттар, аҡ болоттар.

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Таң алдынан сут-сут килә

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Ҡунып һайрай талдарға.

Һинең хаҡта серҙәремде

Йөзөңә бысраҡ ташлап, йөрәгең ярылһа,
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,
Көслө рухлы халыҡтын уланы hин, онотма.

Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма, hин hаҡла.
Заман афәттәренә, башҡортом, бирешмә!

Көс-ғәйрэт, түҙемлек бир, Аллам!
Башҡортмын, тип күкрәгемде ҡағам!

Үткәнеңә күҙ ташла, ярhыймы йөрәген?
Күпме ҡырылды hинең аҡыллы йөҙҙәрең,
Тартып алдылар күпме hорамай ерҙәрең.

Яҡты уйҙар менән генә тик алға hин атла.
Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла.
Көслө рухлы халыҡтын уланы hин – онотма!

Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары
Һағыныу сәләмемде илтһәсе
Һөйөүҙәрем моңло бер йыр булып
Күңелеңдә сыңлап үтһәсе.

Әйҙә иркәм тын күл буйына
Төнгө күл иҙрәй ай нурына
Ҡамыштарға ҡушылып мин йырлармын
Яҡын күрһәң йырым тыңларһың.

Йырымдың һәр һүҙе һин генә
Йөрәгемде аңлай бел генә
Күрсе иркәм ниндәй матур был төн
Йондоҙҙар яна беҙҙең өсөн.

Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сукмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры илде тынмаҫ,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.

Сит ил дошмандары хор халкымдың
Юлдарына күпме таш өймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәндә,
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.

Акты ташып, акты ярсып кар сулары, (Текла, разливаясь, текла разъяренная вода снега.)
Шулдыр инде язнын ташып ярсулары. (Это и есть, наверно, разъяренный разлив весны)
Акты безнен кар эстендэ калган эзлэр, (Текли наши следы, оставшиеся на снегу)
Акты елап икэн бергэ салган эзлэр. (Текли проложенные нами вдвоем следы)

Менэ инде тагын жиргэ карлар ява, (Вот уж снова на землю падает снег)
Бэтен нэрсэ калган тэсле кар астында. (Как будто все осталось под снегом)
Ага сулар, айлар ага, еллар ага. (Текут воды, текут месяцы, текут года)
Сине курэм айлар, еллар карашында. (Тебя вижу во взгляде месяцев, годов)

Источник

Оцените статью
( Пока оценок нет )
Поделиться с друзьями
Uchenik.top - научные работы и подготовка
0 0 голоса
Article Rating
Подписаться
Уведомить о
guest
0 Комментарий
Старые
Новые Популярные
Межтекстовые Отзывы
Посмотреть все комментарии